Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә һыу һәм урман ҡоштарына яҙғы һунар башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

27 апрелдә Башҡортостан биләмәһендә һыу ҡоштарына һәм ҡарағай урманы кейектәренә яҙғы һунар башлана.

Республика Экология министрлығының хайуандар донъяһы объекттарын файҙаланыуҙы күҙәтеү һәм һаҡлау бүлеге һунарсылар өсөн төп ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрә.

Һыу ҡоштарын эҙәрлекләү өсөн кәмәләр ҡулланыу тыйыла.

Яҙғы һунар осоронда:

— инә өйрәктәргә, һуйырҙарға, ҡорҙарға;

— ярҙан 200 метрҙан кәмерәк алыҫлыҡтан тороп ҡаҙҙарға;

— һунар эттәре, ҡоштары менән;

— селдәргә, таҙбаштарға, ҡамыш турғайҙарына, һоро ҡаҙҙарға һунар рөхсәт ителмәй.

Шулай уҡ Рәсәйҙең һәм республиканың Ҡыҙыл китабына индерелгән ҡоштарҙы һәм һөтимәрҙәрҙе аулау тыйыла.

Һунар итеү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға — 500 һумдан алып 4000 һумға тиклем, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 35 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала.

Юридик берәмектәргә һәм шәхси эшҡыуарҙарға һунарсылыҡ биләмәләрендә һунар итеүгә рөхсәт ҡағыҙын райондарҙа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының дәүләт инспекторҙары бирә.

2018 йылдың 1 авгусынан һуң алынған рөхсәт ҡағыҙҙары яҙғы һунар осоронда ғәмәлдә була.

Төбәктә яҙғы һунар 10 календарь көн дауам итә һәм 6 майҙа тамамлана.

http://www.bashinform.ru/news/1301415-v-bashkirii-otkryvaetsya-vesennyaya-okhota-na-vodoplavayushchuyu-i-borovuyu-dich/

                      

Теги: һунар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть