Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Өфөнөң почетлы гражданы Рауил Бикбаев арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн 81-се йәшендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев оҙайлы ауырыуҙан һуң вафат булды.

Башҡорт шағиры, әҙәбиәт белгесе, депутат, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Ғ. Сәләм, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева исемендәге премиялар лауреаты, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Өф ҡалаһының почетлы гражданы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы. Почет, Дуҫлыҡ, Салауат Юлаев һәм «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордендары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Гимны авторҙарының береһе.

Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Ул 30-ҙан ашыу шиғырҙар, әҙәбиәт ғилеме һәм ғилми-тикшеренеү китаптары авторы.

Ҡайһы бер әҫәрҙәре немец, төрөк, украин, ҡаҙаҡ, яҡут, сыуаш, ҡарағалпаҡ, алтай һәм башҡа телдәргә тәржемә ителгән.

Мәрхүм менән хушлашыу кесаҙна, 25 апрелдә,Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа иртәнге сәғәт 11-ҙә була.

http://www.bashinform.ru/news/1301449-ushel-iz-zhizni-narodnyy-poet-bashkortostana-ravil-bikbaev/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть