Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда федераль трассаларҙы ремонтлау бюджетҡа 4,5 миллиард һумға төшә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда быйыл 100 саҡрымға яҡын федераль юлдар төҙөкләндерелә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығында.

«Быйылға билдәләнгән ремонт эштәренең хаҡы — 4,5 миллиард, автомобиль юлдарын һәм яһалма ҡоролмаларҙы ҡарауға сығым 1,3 миллиард һум тәшкил итә», — тине «Урал буйы» юл идаралығының матбуғат секретары Алһыу Бабичева.

Эштәрҙең төп өлөшө Р-240 Өфө — Ырымбур автомобиль юлына тура килә.

Федераль юлсылар уҙған миҙгелдә башлаған капиталь ремонтты һәм ошо трассаның 59-сы саҡрымында ремонтты тамамлай.

«Республиканың Ҡырмыҫҡалы, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Көйөргәҙе райондарында һәм Салауатта алып барылған эштәр  юлдың бөтә ҡатламын алмаштырыуҙы, шулай уҡ юл ситен нығытыуҙы, яңы ҡаршылыҡ кәртәһе һәм яҡтыртыу ҡоролмаһы ҡуйыуҙы күҙ уңында тота, — тип өҫтәне ведомство вәкиле. — Япманың туҙған ҡатламын тергеҙеү иҫәбенә Өфө — Ырымбур трассаһының тағы 14 саҡрымын тәртипкә килтереү күҙаллана. Быйылғы юл-төҙөлөш миҙгелендә Р-240 трассаһының биш участкаһында: Мәләүез, Ауырғазы һәм Көйөргәҙе райондарында капиталь ремонт эштәре йәйелдерелә. 2021 йылға тиклем ошо юлдың 35 саҡрымы норматив хәлгә килтерелергә тейеш».

Бынан тыш, быйыл юлсылар республикала М-5 Урал, Р-240 Өфө — Ырымбур, шулай уҡ М-7 Волга автомобиль юлдарын төҙөкләндерә.

2019 йылдың аҙағына Башҡортостанда норматив тороштағы федераль юлдар селтәре оҙонлоғоноң өлөшө 85% тәшкил итер тип көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1301289-remont-federalnykh-trass-v-bashkirii-oboydetsya-byudzhetu-v-4-5-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть