Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалаға Ҡаҙағстандан балалар спектакле менән автотурне килә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Аҡтүбә өлкәһенең «Алаҡай» ҡурсаҡ театры «Рухи яңырыу» программаһы сиктәрендә Аҡтүбә ҡалаһының 150 йыллығына арналған «Ҡурсаҡтар каруаны» тигән халыҡ-ара автотурне уҙғара.

26 апрелдә алаҡайҙар Өфөгә килә һәм үҙҙәренең «Аттарҙың ялын кем үрә?» тигән билдәле спектаклен күрһәтә. Спектакль театрҙың үҙенсәлекле талсымына әүерелгән. Бында шәхестең үҫеүе темаһы Ҡолон образы аша бирелгән. Уға ҡаты һынауҙарҙы, ҡурҡыуҙы һәм яңғыҙлыҡты еңеп сығырға тура килә. Артабан Ҡолон тоғро дуҫтар таба һәм еңеүсе булып сыға.

«Спектакль ҡурсаҡтарҙың пластикаһы, сәхнә киңлеге метафоралары, думбыра, ҡумыҙ, асатаяк, даулпаз аша күсмә халыҡтың донъяны аңлауын сағылдыра», — тип хәбәр иттеләр Башҡорт ҡурсаҡ театрының матбуғат хеҙмәтендә.

Автотурненың маҡсаты — халыҡ-ара бәйләнештәрҙе киңәйтеү һәм нығытыу, Ҡаҙағстандың милли театр сәнғәтен пропагандалау, мәҙәни, иҡтисади, социаль бәйләнештәрҙе һәм ижади үҙ-ара алмашыуҙы нығытыуға булышлыҡ иткән хеҙмәттәшлек.

Спектаклде 26 апрелдә иртәнге сәғәт 11-ҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында ҡарарға мөмкин. Адресы: Өфө, Октябрь проспекты, 158.

http://www.bashinform.ru/news/1301256-v-ufu-priedet-avtoturne-s-detskim-spektaklem-iz-kazakhstana-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть