Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә яңы Ағиҙел күперен төҙөү 12 июндә башлана, ә иҫкеһе йәйәүлеләр өсөн була

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

29 майға тиклем Өфөлә һатыулашыуҙы тамамлау, ә 12 июндә яңы Ағиҙел күперенә тәүге таш һалыу күҙаллана. Проект буйынса, өс һыҙатлы ҡоролманың оҙонлоғо 668 метр була. Ошо хаҡта республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов хәбәр итте.

«Хәҙер1984 йылда һалынған күпер биш хәрәкәт һыҙатынан тора, йәғни бынан һуң һигеҙ хәрәкәт һыҙаты булдырыла. Әлегә 1956 йылғы күпер буйынса ҡарар ҡабул итмәнек. Уның ҡатмарлы торошта булыуын иҫәпкә алып, бөгөн төрлө варианттарҙы ҡарайбыҙ. Ләкин ул йәйәүлеләр күпере булыр, моғайын», — тип Мөхәмәтйәновтың һүҙҙәрен килтерә Башҡортостан юлдаш телеканалы.

Төҙөлөш ваҡытында күперҙәр ябылмай. Яңы ҡоролманы сафҡа индереүгә ике йыл самаһы кәрәк булыр тип күҙ уңында тотола.

Бынан алда «Башинформ» «Рәсәй транспорты» форумынан һуң яңы Ағиҙел күперен төҙөү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүе тураһында хәбәр иткәйне. Ул саҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Транспорт министрлығы менән һөйләшеп килеште. Өфөгә федераль ведомствонан бөтәһе 2 миллиард һум йүнәлтелә. 500 миллион һум күләмендәге тәүге транш килгән дә инде.

http://www.bashinform.ru/news/1301191-v-ufe-novyy-belskiy-most-nachnut-stroit-12-iyunya-a-staryy-sdelayut-peshekhodnym-/

Теги: күпер, Өфө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть