Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Республиканың төрлө мөйөштәренә биш сәләмәтлек автопоезы юлланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда «Сәләмәт республика» акцияһы башланды: төбәктең төрлө мөйөштәренә күсмә Һаулыҡ үҙәктәре юлланды. Акция республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса уҙғарыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

Уға күсмә фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар һәм маммографтар, республика клиник дауаханаһының һәм кардиоүҙәктең күсмә диагностикалау үҙәктәре, республика стоматология поликлиникаһы модуле йәлеп ителгән. Акция 10 октябргәсә дауам итә.

Был айҙа сәләмәтлек автопоездары Ҡырмыҫҡалы (22-24 апрель — Боҙаяҙ, 26-26 апрель — Һәүәләй, 27-28 апрель — Ҡабаҡ, 29-30 апрель — Прибельский), Архангел (22-24 — район үҙәге, 25-26 — Максим Горький, 28-30 — Баҡалды), Благовещен (22-23 — Ильино-Поляна, 24-25 — Новонадеждино, 26-27 — Бедеева Поляна, 28 — Удельно-Дыуанай, 29-30 — Николаевка), Шишмә (22-24 — Әлкә-2, 25-26 — Шиңгәккүл, 27-28 — Дурасов, 29-30 — Иҫке Муса), Салауат (22-25 — Малаяҙ, 26-28 — Нәсибаш) райондарында эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1301179-v-raznye-kontsy-bashkirii-otpravilis-pyat-avtopoezdov-zdorovya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть