Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Рәсәй форумында Башҡортостан «Халыҡ менән иң яҡшы коммуникация» өсөн диплом алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 23 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Республикаһы Мәскәү өлкәһендә уҙған 23-сө Рәсәй интернет-форумында юғары наградаға лайыҡ булды. Беҙҙең төбәк «Халыҡ менән иң яҡшы коммуникация» номинацияһында икенсе урын өсөн диплом менән бүләкләнде. Интернетты үҫтереү институтынан награданы республика башлығы ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм вәкилдәре Елена Прочаковская һәм Никита Теренин алды.

Ярты йыл элек дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдары вәкилдәре социаль селтәрҙә әүҙем эшләй, төбәктә йәшәүселәрҙең һорауҙарына яуап бирә башланы. Был эшкә «Инцидент-менеджмент» — республиканың интернет ҡулланыусыларынан килгән проблемаларға һәм һорауҙарға тиҙ арала иғтибар итергә мөмкинлек биргән автоматлаштырылған система ныҡ ярҙам итә.

«Был дипломды бөтә республикаға һәм проблемаларҙы хәл итеүселәргә, халыҡҡа яуаптар әҙерләүселәргә, төбәк етәксеһе Радий Хәбировҡа, район һәм ҡала башлыҡтарына, министрлыҡтарға һәм ведомстволарға үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр тураһында хәбәр иткән кешеләргә тапшырҙылар тиһәм, һис тә арттырыу булмаҫ, — тине Башҡортостан башлығы хакимиәте ҡарамағындағы социаль селтәрҙәрҙә халыҡтың мөрәжәғәттәре буйынса эшсе төркөм етәксеһе, «Башинформ» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Елена Прочаковская. — Был форум үҙебеҙҙе күрһәтеү, башҡа төбәктәрҙәге коллегаларыбыҙ менән тәжрибә алмашыу, һәм, әлбиттә, күп нәмәгә өйрәнеү өсөн шәп мөмкинлек булды. Федераль кимәлдә танылыу алһаҡ та, өйрәнәһе нәмәләр байтаҡ».

Белешмә. Рәсәй интернет-форумы — йыл һайын ойошторолған сара, унда Рунетты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелә. Быйыл форум эшендә тәүге тапҡыр дәүләт секторы вәкилдәре ҡатнашты.Спикерҙар иҫәбендә — бизнес, элемтә, банк эше, мәғлүмәт технологиялары өлкәләрендәге ҙур компанияларҙың вәкилдәре. Рәсәй Президенты хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко форумдың төп ҡунағы булды. Ул Башҡортостан билдәләнгән «Һанлы мөхиттә дәүләт һәм йәмғиәт» ябыҡ секцияһында сығыш яһаны.

http://www.bashinform.ru/news/1301119-na-rossiyskom-forume-bashkortostan-poluchil-diplom-za-luchshuyu-kommunikatsiyu-s-zhitelyami/

Теги: форум
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть