Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Республикала ужым ашлығы һәләк булыуҙан зыян 6 миллиард һумға баһаланды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда 430 мең гектар ужым ашлығының әлегә 74,4 мең гектары, йәки 17,2 проценты яңынан сәсеү хәүефе аҫтында ҡала.  Яҡынса 170 мең гектарҙы ҡабаттан сәсеү күҙаллана. Был — 0,5 миллион тоннанан ашыу юғалтылған уңыш, йәки 6 миллиард алып еткерелмәгән табыш, тип белдерҙе республика хөкүмәте вице-премьеры — ауыл хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

«Бөгөн беҙ ужым ашлығы буйынса хәлдең етди булыуын күрәбеҙ. Ужымдың йомшаҡ шарттарҙа ҡышлауы, апрель башында температураның плюс 20-гә тиклем етеүе һәм һуңынан дүрт көн рәттән төндә минус 12 — быларҙың барыһы ла Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында ужым сәсеүлектәренең һәләк булыуына килтерҙе», — тине хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Илшат Фәзрахманов.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, төбәктә ужым ашлыҡтарының 10-дан алып 30 процентҡа тиклеме зыян күргән.

«Ғәҙәттән тыш хәл индерергә уйлайбыҙ. Хуплауығыҙҙы һорайым, сөнки был страховка компанияларына, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығына компенсация һәм маҡсатлы күрһәткестәргә ирешмәгән өсөн субъектҡа штраф һалмауҙы һорап мөрәжәғәт итеү өсөн кәрәк», — тип йомғаҡ яһаны вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов.

2019 йылға билдәләнгән маҡсаты индикаторҙарға ярашлы, Башҡортостан аграрийҙары 3,4 миллион тоннанан ашыу иген, 1,260 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө, 420 мең майлы культуралар, 113 мең тонна йәшелсә һәм 44 мең тонна картуф йыйып алырға тейеш.

20 апрелгә Башҡортостандың 14 районы иртә яҙғы культуралар сәсеүгә төшкән.15 мең гектар майҙан сәселгән. Быйыл яҙ республикала сәсеү кампанияһын 15-20 көн эсендә тамамлау күҙаллана.

http://www.bashinform.ru/news/1300923-v-bashkirii-planiruyut-vvesti-chs-iz-za-gibeli-ozimykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть