Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Стәрлетамаҡ бейеү театры Ҡырғыҙстанда Халыҡ-ара конкурстың икенсе премияһын яуланы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Стәрлетамаҡ бейеү театры Ҡырғыҙстанда Халыҡ-ара бейеү конкурсының икенсе премияһын яуланы. Башҡортостан артистары «Ағиҙел тулҡындары», «Беләҙектәр» сағыу хореография композицияларын, шулай уҡ «Халҡыма» яңы йыр-хореография композицияһын тәҡдим итте.

«Өс номер ҙа жюриҙың юғары баһаһын һәм тамашасылар араһында танылыу алды. Бында етәксенең — баш балетмейстер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Эльвира Дауытованың һәм бейеү театрының һәләтле артистары: Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Хәбибуллина, Әлиә Арыҫланова, Дилә Ҡашҡарова, Наҙгөл Арыҫланова, Регина Атаякова, Эмма Яҡупова һәм Зилиә Бәхтиеваның хеҙмәте ҙур», — тип белдерҙеләр Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә.

Конкурс 2019 йылда Төрки донъяһының мәҙәни баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында уҙҙы. Төрки дәүләттәре үҙҙәренең этник бейеүҙәрен күрһәтте. Конкурста Азербайжан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәрҙән артистар ҡатнашты. Сараны ойоштороусы — ТӨРКСОЙ халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы.

Стәрлетамаҡ бейеү театры — башҡорт халыҡ хореографияһында сағыу һәм үҙенсәлекле стиле булған коллектив. 1991 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин ойошторған. Уларҙың бейеүҙәрендә героик үткәнебеҙҙең сағыу биттәре («Салауат», «Бүреләр», «Любезники-любизар»), халыҡ тормошондағы колоритлы сәхнәләр («Шәкерттәр», «Бөрйән егеттәре») йәнләнә. «Башҡортостан егеттәре», «Ирәндек бөркөттәре», «Урал бәйете» композициялары халҡыбыҙҙың матурлығын, көсөн һәм ҡеүәтен данлай. Репертуар донъя халыҡтары бейеүҙәре менән байытыла.

http://www.bashinform.ru/news/1300840-sterlitamakskiy-teatr-tantsa-zavoeval-vtoruyu-premiyu-mezhdunarodnogo-konkursa-v-kirgizii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть