Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса комиссия ойошторолдо

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда республика Хөкүмәте ҡарамағында 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса комиссия ойошторолдо. Тейешле ҡарарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Комиссияны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте Александр Сидякин етәкләй. Комиссия составына федераль һәм республика власть органдары етәкселәре, шулай уҡ халыҡтың айырым категориялары иҫәбен алыу һәм уны үткәргәндә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн яуаплы кешеләр, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәттәре һәм бер нисә муниципаль район башлыҡтары инде.

Комиссияның төп бурыстары — башҡарма власть органдарының урындағы үҙидара органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен тәьмин итеү, шулай уҡ Башҡортостан биләмәһендә 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерләнгәндә һәм уны уҙғарғанда мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү.

Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре ҡарамағында ла тейешле муниципаль берәмектәр биләмәләрендә 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү өсөн ошондай комиссиялар ойошторола.

http://www.bashinform.ru/news/1300843-v-bashkirii-sozdana-komissiya-po-provedeniyu-v-regione-vserossiyskoy-perepisi-naseleniya-2020-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть