Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостан журналисы ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Юлдаш» радиоһы хәбәрсеһе Зөһрә Арсаева журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ Халыҡ-ара премияһын алды. Радиола 20 йылдан ашыу эшләү осоронда Зөһрә Башҡортостанда һәм төрки донъяһында барған ваҡиғалар, ундағы кешеләр тураһында байтаҡ тапшырыуҙар әҙерләне.

Премия ошо көндәрҙә төрки донъяһының баш ҡалаһы тип иғлан ителгән Ош ҡалаһында тапшырылды. Башҡортостан журналисы Төркиәнең Сакарья ҡалаһы мэры Әкрәм Юдже ҡулынан иҫтәлекле бүләк алды.

«Был награда Радио көнө алдынан татыу редакциябыҙ өсөн шәп бүләк булды. Премияны Башҡортостан менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә башлаған Ҡырғыҙстан Республикаһында алыу ныҡ оҡшаны, —  тип хәбәр итте Зөһрә Арсаева «Башинформ» агентлығына. — Сәфәр ваҡытында башҡа илдәрҙән һәм республикаларҙан килгән коллегаларыбыҙ менән аралашыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге тейҙе».

Төрлө илдәрҙән йыйылған абруйлы ҡунаҡтар һәм журналистар өс көнлөк программала ҡатнашты. Ош мэры Таалайбек Сарыбашов исеменән рәсми ҡабул итеү, С.Ибраһимов исемендәге Ош милли драма театрында «Ҡорҡут Ата» спектаклен ҡарау, «Сөләймән тауында төрки халыҡтарҙың мәҙәниәте» фестивале ойошторолдо. Ҡала майҙанында Төрки халыҡтарының этномәҙәни фестивале асылды. Ҡунаҡтар халыҡ ғөрөф-ғәҙәттәре һәм йолалары, этник музыка, мода, аш-һыу менән танышты.

Журналистика өлкәһендә ТӨРКСОЙ премияһы 2010 йылда булдырылды. Сувенирҙа «Берҙәмлектә — тормош» тип яҙылған, был тамырҙары, тарихы, теле һәм мәҙәниәте уртаҡ булған төрки халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген аңлата. Уҙған йылдарҙа ТӨРКСОЙ премияһына Гөлназ Ҡотоева, Рафиҡ Әхмәтшин, Сәмиға Ғафарова, Ғәзиз Йосопов, Ләйлә Аралбаева, Гөлназ Яҡупова, Лариса Абдуллина лайыҡ булды.

http://www.bashinform.ru/news/1300481-zhurnalist-iz-bashkortostana-poluchila-mezhdunarodnuyu-premiyu-tyurksoy-/

    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть