Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Республикала 25 майҙа 19 меңгә яҡын ун беренсе класс уҡыусыһы өсөн «һуңғы ҡыңғырау» яңғырай

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда быйыл сығарылыш кластары өсөн «һуңғы ҡыңғырауҙар» 23 (туғыҙынсылар өсөн) һәм 25 майҙа (ун беренселәр өсөн) яңғырай. Барлыҡ ҡала һәм райондарҙа 19 меңгә яҡын ун беренсе һәм 42 меңдән ашыу туғыҙынсы клас уҡыусылары өсөн байрам саралары ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Мәғариф министрлығында.

Шәмбе, 25 майҙа, Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән «Яҙғы бал» уҙа. Башҡортостандың баш ҡалаһында мәктәп тамамлаусылар байрамын, ғәҙәттәгесә, Совет майҙанында ҡаршылайҙар.

23 һәм 25 майҙа — «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә — Башҡортостан магазиндарында алкоголь һатыу тыйыла.

Был тыйыу республика биләмәһендә 2017 йылдан алып ғәмәлдә. Уны боҙған өсөн штраф ҡаралған. Продукцияны тартып алыу йәки унһыҙ штраф вазифалы кешеләргә  — 20-40 мең һум, юридик берәмектәргә 100-300 мең һум тәшкил итә.

«Һуңғы ҡыңғырау» көнөндә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыу профилактик маҡсатҡа эйә һәм үҙен тулыһынса аҡлай, тип иҫәпләй республика властары.

Шуға бәйле Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың теге йәки был районында һабантуй уҙғарылған көндә алкоголь һатыуҙы тыйырға тәҡдим итте.

http://www.bashinform.ru/news/1300348-v-bashkirii-25-maya-posledniy-zvonok-prozvuchit-pochti-dlya-19-tysyach-odinnadtsatiklassnikov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть