Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров «Аструм» Сибай марафонында ҡатнашыусылар колоннаһын етәкләне

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

21 апрелдә «Аструм Сибай марафоны» башланды. Йүгереүселәр колоннаһын Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкләне. Унда 1100-ҙән ашыу ҡатнашыусы 2,10 һәм 21 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте.

Сибайҙар өсөн был ярыммарафон ысын байрамға әүерелде. Ҡатнашыусылар бүләккә футболкалар һәм беләҙектәр алып ҡына ҡалманы, ҡыҙғылт һары йүгереүселәрҙән айырылып тороу өсөн ҡулдарына флагтар һәм башҡа предметтар ҙа тотҡайны.

Һөҙөмтәлә 21,1 саҡрымлыҡ арауыҡта беренсе урынды 21 йәшлек  Максим Сосегов, 10 саҡрымда — 22 йәшлек Рәлиф Хизбуллин, 2 саҡрымда 27 йәшлек Арсен Хәмиҙуллин яуланы.

Финишта республика етәксеһе Радий Хәбиров урындағы халыҡ менән аралашты һәм селфиға төшөүҙән дә баш тартманы.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы Сибайҙа Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләүҙәре, ә республика башлығы вазифаһын башҡарыусының халыҡҡа түҙемлектәре өсөн рәхмәт белдереүе тураһында хәбәр иткәйне.

http://www.bashinform.ru/news/1300784-radiy-khabirov-vozglavil-kolonnu-uchastnikov-sibayskogo-marafona-astrum/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть