Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

«Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)» финалының беренсе алтыны – Башҡортостанда

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

VII «Йәш профессионалдар (Ворлдскиллс Рәсәй)» милли чемпионатының финалында ҡатнашыу хоҡуғына һайлап алыу ярыштары барышында Пермь крайында Милли чемпионат финалы уҙҙы.

Унда Башҡортостан исеменән Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы студенты Диана Замалиева сығыш яһаны. Ярыш йомғаҡтары буйынса Диана беренсе урынды алды (алтын).

«Эштәр профессионалдар өсөн иҫәпләнгәйне. Беҙҙең дүрт модуль булды. Беренсеһендә документтар әҙерләү менән шөғөлләндек, эксперт комиссияһының положениеһын әҙерләргә кәрәк ине. Икенсе модуль — кадрҙар, өсөнсө — эш башҡарыуҙы теркәү, дүртенсе модуль — архивтар», — тип һөйләне Диана Замалиева «Башинформ» агентлығына.

Дианаға 18 йәш, сығышы менән Әлшәй районынан. Әле өсөнсө курста уҡый, Дәүләт хеҙмәт инспекцияһында практика үтә.

«Мин бала саҡтан документтар менән эшләргә яраттым, шуға ошо һөнәрҙе һайланым, — тине Диана. — Шундай мөһим конкурста беренсе тапҡыр ҡатнашам. Тәүҙә беҙ төбәк этабында еңдек, шунан һуң ғына уҡытыусым Татьяна Фарнина менән финалға килдек. Финалда Рәсәйҙең 12 төбәгенән 12 дәғүәсе булды».

http://www.bashinform.ru/news/1300023-pervoe-zoloto-finala-molodye-professionaly-vorldskills-rossiya-u-bashkortostana/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть