Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров: Хәҙер Башҡортостан менән Ҡырымдың үҙ-ара килешеп эш итеүен бөтә йүнәлештәр буйынса көсәйтергә мөмкин

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Ҡырым башлығы Сергей Аксеновҡа Сибай балаларының Евпатория балалар шифаханаһындағы ялы өсөн рәхмәт белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, балалар бик ҡәнәғәт, күңелдәре күтәрелеп ҡайтҡан.

«Сибай балаларын саҡырыуығыҙ һәм ялын ойоштороуығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе Ҡырымдың Башҡортостанға тапшырған Евпатория шифаханаһы буйынса бөтә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителеүен билдәләне.

«Хәҙер беҙ проектлау стадияһында, шифахана Евпаторияның биҙәге булыр һәм балаларыбыҙға, республикала йәшәүселәргә Ҡырымда дауаланыу, ял итеү өсөн өҫтәмә мөмкинлек тыуыр тип ышанабыҙ», — тип билдәләне республика етәксеһе.

Төбәктәр араһында гуманитар-мәҙәни бәйләнештәрҙең үҫеше дауам итә, Ҡырымдың Белогорск районы менән республиканы йылы мөнәсәбәттәр бәйләй.

«Беҙ Ялта халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашырға саҡырыуығыҙҙы ҙур теләк менән ҡабул иттек, республиканың вәкиллекле делегацияһы килде. Хәҙер, барлыҡ сәйәси мәсьәләләр хәл ителгәс һәм иҡтисади үҫеш һыҙаттары билдәләнгәс, бөтә йүнәлештәр буйынса үҙ-ара килешеп эш итеүҙе көсәйтергә мөмкин», — тине Радий Хәбиров.

Ҡырым башлығы Сергей Аксенов үҙ сиратында ике төбәк араһындағы килешеүҙең эш документы булыуын, уның буйынса реаль эш алып барылыуын, квартал һайын йомғаҡ яһалыуын, туризм һәм ауыл хужалығы юҫығында ҙур инфраструктура проекттары әҙерләнеүен билдәләне.

«Беҙ төрлө йүнәлештәр буйынса методик ярҙам да алабыҙ, шул иҫәптән күп фатирлы йорттар менән идара итеү, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу, поликлиникаларҙа халыҡты хеҙмәтләндереү, Башҡортостандың башҡа иң яҡшы тәжрибәләре буйынса. Ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, артабан да ошо хеҙмәттәшлекте үҫтерербеҙ», — тине Сергей Аксенов.

http://www.bashinform.ru/news/1299999-radiy-khabirov-seychas-vzaimodeystvie-bashkirii-i-kryma-mozhno-usilit-po-vsem-napravleniyam/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть