Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ужым ашлыҡтары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда ужым ашлыҡтары һәләк булыу сәбәпле ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителеүе мөмкин. Һүҙ, атап әйткәндә, көньяҡ урман-дала – Шишмә, Благовар, Бүздәк, Ҡырмыҫҡалы, шулай уҡ Урал алды зонаһы райондары хаҡында һүҙ бара, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Әлеге ваҡытта сәсеү майҙандары тикшерелә. Яҡынса мәғлүмәттәргә ярашлы, айырыуса ужым бойҙайы зыян күргән. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса ужым ашлыҡтарының һәләк булыуы арҡаһында Башҡортостанда ғәҙәттән тыш хәл индерергәме, юҡмы икәнлеге тураһында ҡарар ҡабул ителергә тейеш.

Республикала ужым ашлыҡтары һәләк булыуының сәбәбе — уңайһыҙ һауа шарттары һәм бөртөклөләрҙең сирҙәре. Аграр ведомствола әйтеүҙәренсә, ер туңып өлгөрмәгән, туңмаған тупраҡҡа ҡар ятҡан. Шул сәбәпле бәшмәк ауырыуы өсөн уңайлы шарттар барлыҡҡа килгән.

Башҡортостанда ужым культураларының дөйөм майҙаны – 429 мең гектар. Әлегә нисә гектарҙың яңынан сәселергә тейешлеге тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ.

«Республикала ғәҙәттән тыш хәл индерелгән осраҡта, аграрийҙарға килтерелгән зыян федераль ҡаҙнанан ҡаплана. Әйтәйек, сәсеү майҙаны страховкаланған икән, 100 процент ҡаралған. Страховкаланмаған осраҡта, 50 процент ҡына», — тине Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов.

http://www.bashinform.ru/news/1299863-v-bashkirii-mogut-obyavit-chs-iz-za-gibeli-ozimykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть