Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин командала ҡала

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Салауат Юлаев» хоккей клубының баш тренеры Николай Цулыгин командала ҡала. Клубтың генераль директоры Александр Курносов һүҙҙәренсә, Өфө белгесе менән контракт оҙайтыла. Рәсми булмаған мәғлүмәттәр буйынса, уның менән килешеү бер йылға иҫәпләнә.

43 йәшлек остаз «Салауат»тың тренерҙар составына 2017 йылда фин белгесе Эркка Вестерлундтың ярҙамсыһы сифатында инде. 2018 йылда клуб уны баш тренер вазифаһына раҫланы. 2018/19 миҙгелдә Цулыгин етәкселендәге хоккей командаһы даимилыҡ менән айырылып торманы. Континенталь хоккей лигаһының даими чемпионаты йомғаҡтары буйынса, «Салауат Юлаев» Көнсығыш конференцияһында алтынсы урынды алды. Плей-офф ярышында Өфө тренеры тәрбиәләнеүселәре Көнсығыш финалына сыҡты һәм лиганың 11-се миҙгелендәге сығыштарын бронза миҙалдар менән тамамланы.

2018/19 миҙгеленең «Салауат Юлаев» хоккей командаһы өсөн ниндәй булғанын «Башинформ» агентлығының махсус проектында уҡығыҙ.    

http://www.bashinform.ru/news/1299685-glavnyy-trener-khk-salavat-yulaev-nikolay-tsulygin-ostaetsya-v-komande/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть