Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.97 ↑

EUR 70.65 ↑

23 июль, Шишәмбе

Уфа   °

Ҡасан Башҡортостанға яҙғы йылы әйләнеп ҡайта — Рәсәй Гидрометүҙәге фаразы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 19 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Һуңғы көндәрҙә республикала һалҡынайтыу осоро күҙәтелә. Уҙған ялда һәм аҙна башында төбәктә ҡар яуҙы. Ә 18 апрелдә төндә Өфөлә температура -9,9 градусҡаса түбәнәйҙе.

Апрелгә хас булмаған ошондай температура күренештәренән һуң алдағы ял көндәренән Башҡортостанға яҙғы йылы әйләнеп ҡайта, тип хәбәр итә Рәсәй Гидрометүҙәге. Йома, 19 апрелдән, көндәр йылыта башлай.

Шәмбе, 20 апрелдә, көндөҙ Өфөлә 10 градус йылы була, төндә — нуль тирәһе.

Йәкшәмбе, 21 апрелдә, көндөҙ термометр бағанаһы  +11 градусҡаса күтәрелә, төндә +1 градус.

Дүшәмбе, 22 апрелдә, һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +15 градусҡа тиклем күтәрелә, төндә — 3 градус йылы.

Шишәмбе, 23 апрелдә, көндөҙ тағы ла йылыраҡ — 17 градус, төндә — 4 градус йылы.

Шаршамбы 19 градусҡаса йылы була, төндә иһә +6 градус.

Яуым-төшөм ихтималлығы аҙ.

http://www.bashinform.ru/news/1299780-kogda-v-bashkiriyu-vernetsya-vesennee-teplo-prognoz-rosgidrometa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть