Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.85 ↑

16 июль, Шишәмбе

Уфа   °

«Туғанлыҡ» фестиваленең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн премия Гөлли Мөбәрәкованың исемен йөрөтә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

«Туғанлыҡ» фестиваленең иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле өсөн премия СССР-ҙың халыҡ артисы, яңыраҡ арабыҙҙан киткән Гөлли Мөбәрәкованың исемен йөрөтә. Был хаҡта бөгөн фестивалгә арналған матбуғат конференцияһында фестивалдең программа директоры Айһылыу Сәғитова белдерҙе.

Театр белгесе фестиваль афишаһына дәүләт һәм шәхси театрҙарҙың спектаклдәре лә индерелеүен әйтте. Араларында Шекспир, Гоголь, Лермонтов, Хэмингуэй әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр бар. Милли репертуар ҙа тәҡдим ителгән. Улар — Мостай Кәрим, Ғаяз Исхаҡи, Павел Кучияк, Александр Даржай.

Фестивалдең художество етәксеһе Олег Ханов һәм театрҙың художество етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Иршат Фәйзуллин быйылғы «Туғанлыҡ»тың үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне. Быйыл тәүге тапҡыр жюри һәм тәнҡитселәр коллегияһы дөйөм эксперт советына берләштерелә. Хәҙер фестивалдең даими президенты — танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов. Жюри рәйесе сифатында Өфөгә Рәсәй Армияһы театрының художество етәксеһе, режиссер, театр педагогы, актер, халыҡ артисы Борис Морозов килә. Шулай уҡ эксперттар араһында — Мәскәүҙән Ольга Егошина һәм Андрей Ястребов, Татьяна Джурова (Санкт-Петербург), Айдын Талыбзаде (Азербайжан), Нияз Игламов (Татарстан), Галина Вербицкая һәм Хөрмәтулла Үтәшев (Өфө).

Ҡунаҡтар «Атола» — URAL TAU ҡунаҡханаһына урынлаштырыла, спектаклдәр тураһында иртәнге фекер алышыуҙар ҙа шунда үткәрелә.

Фестивалде асыу һәм ябыу сараларын сағыу итеп ойоштороу, милли кейемдәр парады, Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу күҙаллана. Сараны асыу тантанаһында Халыҡ уйын ҡоралдары милли оркестрының һәм Splash барабансылар шоуының ҡатнашыуы билдәле. Фестиваль Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән башлана.

23-30 майҙа Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VII «Туғанлыҡ» халыҡ-ара фестивале уҙғарыла. Афишала — Башҡортостандан, Татарстандан, Азербайжандан, Ҡаҙағстандан, Ҡырғыҙстандан, Тыванан, Ҡырымдан, Хакасиянан, Төркиәнән, Үзбәкстандан, Алтайҙан һәм Ғағаузиянан 13 спектакль.

http://www.bashinform.ru/news/1299615-premiya-za-luchshuyu-zhenskuyu-rol-festivalya-tuganlyk-budet-nosit-imya-gyulli-mubaryakovoy/

                      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть