Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

«Башинформ» һәм «Татар-информ» яңылыҡтар менән алмашыу тураһында килешеү төҙөнө

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Башинформ» һәм «Татар-информ» мәғлүмәт агентлыҡтары 18 апрелдә Өфөлә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа «Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев һәм «Татар-информ» агентлығының генераль директоры Шамил Садиҡов ҡул ҡуйҙы.

Ике республиканың мәғлүмәт агентлыҡтары араһында меморандум «Башҡортостан — Татарстан» эшлекле форумы барышында төҙөлдө.

Документта хәбәр ителеүенсә, меморандум мәғлүмәт менән алмашыу йәһәтенән профессиональ хеҙмәттәшлекте нығытыу, дуҫтарса мөнәсәбәттәр булдырыу һәм емешле хеҙмәттәшлек итеү өсөн төҙөлгән. «Башинформ» һәм «Татар-информ» агентлыҡтары үҙ республикаларының эске һәм халыҡ-ара тормошоноң көнүҙәк ваҡиғалары тураһында оператив һөм дөрөҫ мәғлүмәттәр менән алмаша, тип билдәләнә меморандумда.

«Бөгөнгө документ — ике төбәктең медиахолдингтары араһында урынлаштырылған мөнәсәбәттәрҙе теркәү һәм артабан ниндәй йүнәлештә барыуыбыҙҙы тикшереү ҙә ул, — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығының генераль директоры Максим Ульчев. — Хәҙер төбәктәр араһында хеҙмәттәшлек яңынан йәнләнә. Быға етәкселәрҙең шәхси эшлекле бәйләнештәре һәм амбициялы маҡсаттары булышлыҡ итә, сөнки уларға бергәләп ирешеү һөҙөмтәлерәк. Беҙҙең яңылыҡтарыбыҙҙы уҡыған башҡортостандар, коллегаларыбыҙ күрше төбәктәге ваҡиғалар хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алыр, Татарстанда иһә беҙҙең хаҡта күберәк һәм яҡшыраҡ белерҙәр тип уйлайым».

«Татар-информ» мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Шамил Садиҡов фекеренсә, Башҡортостанда йәшәгән татарҙар Татарстандан оператив хәбәрҙәр алыуға мохтаж. Татарстанда йәшәгән башҡорт диаспораһында ла ҡыҙыҡһыныу ҙур.

«Татар-информ» һәм «Башинформ» агентлыҡтары араһындағы меморандум төбәктәребеҙ араһындағы иҡтисади, мәҙәни, социаль һәм ғилми проекттарҙы киңерәк яҡтыртырға мөмкинлек бирергә тейеш», — тип үҙенең етәксеһе Шамил Садиҡовтың һүҙҙәрен килтерә «Татар-информ».

http://www.bashinform.ru/news/1299491-bashinform-i-tatarinform-budut-obmenivatsya-novostyami/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть