Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров бер йылда дүрт миллион һум эшләгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2018 йыл өсөн килеме һәм мөлкәте тураһында мәғлүмәт бирҙе. Уның рәсми килеме 4 миллион һум тәшкил иткән, хәләл ефете Каринэ Хәбирова ошо уҡ осорҙа 242,5 мең һум эшләгән. Документ республика башлығы сайтында баҫылған.

Радий Хәбировтың милкендә —  майҙаны 913 квадрат метрлыҡ ер участкаһы, 82,5 квадрат метрлыҡ йорт һәм гараж. Майҙаны 557 квадрат метрлыҡ дәүләт дачаһы һәм 30 квадрат метрлыҡ дәүләт фатиры файҙаланыуҙа.

Каринэ Хәбированың 52 һәм 140,8 квадрат метрлыҡ ике фатиры, Porsche Cayenne автомобиле бар. Бәлиғ булмаған бала исеменә мөлкәт теркәлмәгән.

http://www.bashinform.ru/news/1299363-radiy-khabirov-za-god-zarabotal-chetyre-milliona-rubley/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть