Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Рөстәм Миңлеханов республикалар араһындағы килешеү тураһында: татар туғандарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов 18 апрелдә Өфөлә ике хөкүмәт араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Килешеүгә Башҡортостанда Татарстан көндәрен уҙғарыу барышында ҡул ҡуйылды.

Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөнгө хөкүмәт-ара килешеүе ҙур әһәмиәткә эйә.

«Башҡортостан предприятиеларының күбеһе Татарстан предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Ләкин ике республика араһындағы тауар ағымын тағы ла арттырырға кәрәк. Тауарҙар исемлеген йылдан-йыл арттырыу мөһим», — тине республика етәксеһе һәм «Татарстан Республикаһы көндәрен үткәреү беҙҙең хеҙмәттәшлек офоҡтарын киңәйтер» тигән ышаныс белдерҙе.

Ошо маҡсатта тиҙҙән Татарстанда Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге асыла. Башҡортостанда Татарстандың ошондай вәкиллеге күптән эшләй.

«Башҡортостан Рәсәй республикаларынан тәүгеләрҙән булып хәҙерге дәүләтселектең 100 йыллығын билдәләй. Үҙенең юбилейына ул һәйбәт иҡтисади күрһәткестәр менән аяҡ баҫты. Төбәктәребеҙ үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек өсөн бай потенциалды бойомға ашыра алыр тип ышанам. Ике республика араһында һәр ваҡыт дуҫтарса мөнәсәбәттәр булды һәм булыр. Татар туғандарығыҙ һәр саҡ янығыҙҙа», — тип белдерҙе Рөстәм Миңлеханов.

Татарстан Президенты һүҙҙәренсә, ике туғандаш республиканың хөкүмәттәре араһындағы килешеү «мөнәсәбәттәрҙә яңы этапты билдәләй».

Әлеге ваҡытта Башҡортостан менән Татарстан араһындағы тауар әйләнеше 34 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә, ләкин иҡтисади ҡеүәт файҙаланып бөтөлмәгән.

Әүҙем хеҙмәттәшлек өсөн өҫтөнлөклө өлкәләр иҫәбендә — ауыл хужалығы, туризм, нефть химияһы производствоһы, инновациялар, мәҙәниәт һәм мәғариф.    

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Татарстан Президенты Рөстәм Миңлехановты Салауат Юлаев ордены менән бүләкләне.

http://www.bashinform.ru/news/1299282-rustam-minnikhanov-o-soglashenii-mezhdu-respublikami-bratya-tatary-vsegda-ryadom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть