Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Татарстан көндәрен асыу тантанаһында «Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!» тигән девиз менән сығыш яһаны

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Радий Хәбиров ике республика өсөн яңы девиз менән сығыш яһаны  — «Беҙ бергә яҡшыраҡ булдырабыҙ!». Был һүҙҙәр туғандаш халыҡтарҙың мөнәсәбәтен билдәләй.

Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Башҡортостан Республикаһында Татарстан Республикаһы көндәрен асыу тантанаһы уҙҙы. Йыйылыусыларҙы Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов сәләмләне.

«Бөгөнгө кисә ике туғандаш халыҡтың ныҡлы дуҫлығына бағышланған. Быуаттар дауамында ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренең хеҙмәт батырлыҡтары менән халыҡтар берҙәмлеге – Ватаныбыҙ именлегенең һәм сәскә атыуының ныҡлы нигеҙе булыуын раҫланы. Бөгөн республикабыҙҙа миллион татар йәшәй — матур һан. Улар үҙҙәрен беҙҙең дөйөм йортобоҙҙа — Башҡортостанда бик яҡшы тоя. Был —  Татарстандан ситтә иң ҙур татар диаспораһы», — тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлехановҡа Татарстанда башҡорт диаспораһына ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Башлыҡ вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы республикала татар халҡының тарихи тамырҙарын, йолаларын, телен һаҡлау өсөн байтаҡ эш башҡарылыуын билдәләне: татарса китаптар баҫыла, гәзиттәр сыға, уҡыусылар мәктәптәрҙә татар телен өйрәнә, ике татар театры эшләй. Иртәгә Өфөлә Ғабдулла Туҡайға һәйкәл асыла, осрашыуҙар була, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлә.

Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов башҡортостандарҙы республиканың 100 йыллығы менән ҡотлап, 31 йыл дауамында ике республика араһында ошондай кимәлдәге осрашыу үткәрелмәүен әйтте.

«Киләһе йылда Татарстан да үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Шундай ҙур тантаналарҙы бергә билдәләргә, телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, динебеҙҙе һаҡларға, быны бергәләп эшләргә  кәрәк», — тине Рөстәм Миңлеханов һәм Башҡортостан етәксеһенә рәхмәт белдерҙе.

Артабан ике етәксе ике республиканың үҫешенә ҙур өлөш индергән мәҙәниәт, мәғариф, бизнес эшмәкәрҙәрен бүләкләне. Тамашасыларға Татарстан һәм Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерты күрһәтелде.  

http://www.bashinform.ru/news/1299009-radiy-khabirov-na-otkrytii-dney-tatarstana-ozvuchil-deviz-be-berg-ya-shyra-buldyraby-/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть