Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров Башҡортостан Ҡоролтайының 25 йыллығына саралар уҙғарыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 25 йыллыҡ юбилейына арналған сараларҙы әҙерләү һәм үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ 17 апрелдә Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Республика Ҡоролтайының 25 йыллығы уңайынан юбилей саралары 2020 йылдың мартында була.

Юбилей сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу өсөн ойоштороу комитеты төҙөлә. Ул республика Дәүләт Йыйылышының 25 йыллыҡ юбилейына арналған саралар планын әҙерләргә һәм раҫларға тейеш.

«Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе К.Б. Толкачевҡа ойоштороу комитетын етәкләргә һәм уның составын раҫларға тәҡдим итергә», тип билдәләнә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указында.  

http://www.bashinform.ru/news/1298772-radiy-khabirov-podpisal-ukaz-o-provedenii-meropriyatiy-k-25-letiyu-kurultaya-bashkirii-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть