Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әүҙем йәштәрҙе халыҡ-ара йәштәр форумына саҡыра. Йәштәр советы 2019 йылдың 28 апрелендә Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында уҙа.

Майҙансыҡ Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 220 вәкилде берләштерә. Мәскәү һәм Силәбе вәкилдәре өсөн телекүпер ойошторола, ә конференц-бәйләнеш системаһы аша эшлекле һөйләшеүгә Ҡаҙағстан, Германия, Швейцария, Бөйөк Британия, Франция һәм Италия делегациялары ла ҡушыла.

Форумда 18-35 йәштәр ҡатнаша, улар ойоштороу комитетына башҡорт халҡының киләсәген 30 йыл алға күҙаллаған эссе тәҡдим итергә тейеш. Ғаризаны сайтта тултырырға һәм эштәрҙе лә шунда ебәрергә кәрәк.

Йәштәр советында ҡатнашыусылар башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһы, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү, глобаль мәҙәни экспансия, республиканан ситтә йәшәгән башҡорттарға ярҙам итеү программаһы, милли мәғариф системаһын үҫтереү программаһы өҫтөндә эшләй. Форум барышында ҡатнашыусылар һигеҙ проект майҙансығына бүленә, көн аҙағында уларҙың эш һөҙөмтәләре менән таныштыра. Һуңынан проекттар 2019 йылдың 3 июненә тиклем онлайн-режимда эшләнеп бөтөргә тейеш.

Иң әүҙем 10 ҡатнашыусыға 28 июндәге V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә.

Йәштәр советын ойоштороусы   Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы булышлығында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты, Мәскәү ҡалаһының һәм Мәскәү өлкәһенең Башҡорт ҡоролтайы, Силәбе ҡалаһының Башҡорт ҡоролтайы.

http://www.bashinform.ru/news/1298691-vsemirnyy-kurultay-bashkir-sozyvaet-mezhdunarodnyy-molodezhnyy-forum-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть