Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры «Алтын битлек»тең махсус премияһына лайыҡ булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Мәскәүҙә Ҙур театр сәхнәһендә Рәсәйҙең «Алтын битлек» театр премияһын тапшырыу тантанаһы уҙҙы.

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры «Гүзәл Яхинаның «Зөләйха күҙҙәрен аса» романын сәхнәлә уҡыған өсөн» драма һәм ҡурсаҡ театрҙары жюрийының махсус премияһына лайыҡ булды. Лауреат дипломына Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Александр Калягин һәм «Алтын битлек» фестивале президенты Игорь Костолевский ҡул ҡуйҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, спектаклдең премьераһы 2017 йылдың ноябрендә уҙҙы. Гүзәл Яхинаның бестселлеры буйынса спектаклде режиссер Айрат Абушахманов ҡуйҙы. Инсценировка авторы —  Ярослава Пулинович. Спектаклгә костюмдарҙы һәм декорацияларҙы театрҙың баш рәссамы Альберт Нестеров әҙерләне. Төп ролде Римма Ҡаһарманова уйнаны. Башҡорт театрының спектакле алты номинацияға дәғүә итте.

Лауреаттарҙың тулы исемлеген бында ҡарарға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1298656-bashkirskiy-dramteatr-imeni-gafuri-udostoen-spetsialnoy-premii-zhyuri-zolotoy-maski/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть