Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала текстиль һәм төрөү материалы етештереү күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда импортты алмаштырыусы производстволар асыу күҙаллана. Проекттар Хөкүмәттәге «Инвестиция сәғәте»ндә тикшерелде. «Славрос» йәмғите Благовещенда геотекстиль сығарыу буйынса инновациялы производство асырға йыйына. Компания етәксеһе Александр Фадеев билдәләүенсә, әле Рәсәй был продукцияны сит илдәрҙән һатып ала. Яңы производствоға 750 миллион һумға яҡын инвестиция талап ителә, 150 эш урыны барлыҡҡа килә.

Импортты алмаштырыу өлкәһендәге тағы бер инвестиция проекты Стәрлетамаҡ районының Оло Ҡуғанаҡ ауылында тормошҡа ашырыла. Был – күп ҡатлы асептик төрөү материалы сығарыу буйынса завод. Май-июнь айҙарында унда ҡорамалды монтажлау башлана. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 1,8 миллиард һум тәшкил итә, 110 эш урыны булдырыла.

«Беҙ Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып һөт һәм шыйыҡ аҙыҡтар өсөн төрөү материалдарын сығара башлайбыҙ, – тине «Стерэкс Пак» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте проекты инициаторы Сергей Титов. – Илдең аҙыҡ-түлекте төрөү материалы баҙарының 12 процентҡа тиклемен беҙҙең продукция тәшкил итергә тейеш. Ҡаҙағстанда һәм Урта Азия илдәрендә беҙҙең производствоға ҡыҙыҡһыныу белдерҙеләр ҙә инде».

Инвестиция комитеты проектты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индереү һәм дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеүҙе ҡарау тураһында ҡарар ҡабул итте, тип белдерҙеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.

http://www.bashinform.ru/news/1298591-v-bashkirii-planiruyut-otkryt-importozameshchayushchie-proizvodstva/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть