Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының офисы асылды

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә Йәйге Халыҡ-ара балалар уйындары дирекцияһының офисы асылды. Ул Зәки Вәлиди урамы, 1 адресы буйынса, «Торатау» конгресс-холы ҡаршыһында урынлашҡан. Офис Халыҡ-ара балалар уйындарын ойоштороу комитетының эше өсөн тәғәйенләнгән. Майҙансыҡ кәңәшмәләр үткәреү һәм ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү өсөн барлыҡ кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.

9-14 июлдә Өфөлә Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары ойошторола. Ярыштарҙа 1500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Уйындарға Австралия, Канада, АҠШ, Ҡытай Халыҡ Республикаһы, Мексика, Нидерланд һәм башҡа илдәрҙең командалары килә. 2013 йылда Өфөлә VI Ҡышҡы халыҡ-ара уйындары үтте, унда донъяның 59 ҡалаһынан һәм 20 иленән 800 бала ҡатнашты. Өфө — Рәсәйҙә Халыҡ-ара балалар уйындары уҙғарылған берҙән-бер ҡала.

http://www.bashinform.ru/news/1298586-v-ufe-otkrylsya-ofis-direktsii-mezhdunarodnykh-letnikh-detskikh-igr-2019/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть