Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.63

EUR 72.24

20 май, Дүшәмбе

Уфа   °

Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Сибайҙа тыйылған алкоголде тикшереү үҙәге асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Сибайҙа «Һынау үҙәге» бүлексәһе асылды.

Ул Урал аръяғында законһыҙ әйләнештән алынған алкоголле һәм спиртлы продукцияға лаборатор тикшереүҙәр үткәреү менән бәйле мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү өсөн булдырылған.

Проект Башҡортостан буйынса Рәсәй Эске эштәр министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеү сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған.

«Белгестәр алкоголле продукцияның сифатын тикшерә һәм тейешле баһалар бирә. Уларға Урал аръяғы мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында һәм дауаханаларында туҡланыу сифатын тикшереү йөкмәтелгән», — тип хәбәр итте Башҡортостан Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Нина Никандрова.

«Һынау үҙәге» директоры Азат Асҡаров әйтеүенсә, алкоголде һайлап алыу, беренсел тикшереүҙәр Сибай бүлексәһендә үткәрелә, һығымталар иһә Өфөлә бирелә.

«Киләсәктә бүлексәне ҡорамалдар менән йыһазландырыу күҙаллана, ул саҡта лаборатория спиртлы эсемлектәрҙе тикшереү буйынса үҙаллы эшләй башлар, — тип өҫтәне Азат Асҡаров. — Законһыҙ әйләнештән алынған спиртлы продукцияны һайлап алыу махсус төҙөлгән графикка ярашлы үткәрелергә һәм Урал аръяғы биләмәһен үҙ эсенә алырға тейеш. Тикшереүгә тәүге өлгөләр килә башланы ла инде».

http://www.bashinform.ru/news/1298390-po-porucheniyu-radiya-khabirova-v-sibae-otkrylsya-tsentr-dlya-proverki-nelegalnogo-alkogolya/

            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть