Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Республикала автоташыусылар өсөн тахографтар мотлаҡҡа әйләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары киләһе пленар ултырышта республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһында кодексына «тахограф» төшөнсәһен нығытыуҙы күҙ уңында тотҡан үҙгәрештәр индерергә ниәтләй. Парламентарийҙар шулай уҡ республикала автоташыуҙар менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙарҙың һәм юридик берәмектәрҙең транспортына тахографтар ҡуйыу тураһында талаптарҙы ла нығыта.

«Тахографтар транспорттың тиҙлеге һәм хәрәкәт итеү маршруты, водителдәрҙең хеҙмәт һәм ял режимы хаҡында мәғлүмәтте өҙлөкһөҙ теркәп бара. Был мәғлүмәттәрҙе үҙгәртеп булмай. Закон проекты республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға, унда ҡатнашыусыларҙың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Ошо законды ҡабул итеү ташыуҙар өлкәһендә эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыуҙы һөҙөмтәле дәүләт һәм муниципаль кимәлдә контролдә тотоуҙы тәьмин итергә тейеш. Тәү сиратта был пассажирҙар ташыу өлкәһенә ҡағыла. Бында, мәҫәлән, тиҙлек йәки водителдәрҙең ял режимын үтәмәүе арҡаһында граждандарҙың һаулығына зыян килтереү хәүефе ныҡ юғары», — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

http://www.bashinform.ru/news/1298262-v-bashkirii-primut-zakon-o-takhografakh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть