Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.86

EUR 70.79

22 июль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда янғын йәһәтенән хәүефле миҙгеле башланыуы тураһында иғлан ителде

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2019 йылдың 15 апреленән Башҡортостан биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел башланыуы тураһында иғлан ителде.

Был осорҙа ут яғыу, һүндерелмәгән шырпы, тәмәке төпсөгө ташлау, төҙөк булмаған машиналар менән файҙаланыу, яғыулыҡ ҡойолған машиналар янында тәмәке тартыу һәм йәки асыҡ уттан файҙаланыу тыйыла. Шулай уҡ шешәләр йәки быяла ярсыҡтары ҡалдырырға (сөнки улар яндырғыс линза кеүек эшләп китеүе мөмкин), ағастар янында, аҡланда, ағас араһында үлән, шулай уҡ  баҫыуҙа, урманда ҡамыл яндырырға, ылыҫлы йәш урманда, торф ятҡылығында, ҡырҡындыла, ҡоро үләнле ерҙә, ағас сатыры аҫтында усаҡ яғырға ярамай, утты махсус майҙансыҡтарҙа ғына яғырға рөхсәт ителә.

«Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 250 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған», — тип белдерҙеләр республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

13 апрелдә Йылайыр районының Кананикольский урмансылығының урман фонды биләмәһендә 4,8 гектар майҙанда урман янғыны теркәлгән. Ут асыҡланған көндә үк һүндерелгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, янғын сығыуға кеше сәбәпсе.

Янғынды һүндереүҙә 14 кешенән һәм дүрт берәмек техниканан торған урман янғыны төркөмө ҡатнашҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1298112-v-bashkortostane-obyavleno-o-nachale-pozharoopasnogo-sezona/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть