Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

Күмертауҙа Онкология амбулатор ярҙамы үҙәге асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Күмертау ҡала дауаханаһы поликлиникаһында 1 апрелдән Онкология амбулатор ярҙамы үҙәге эшләй башланы. Үҙәктә онкологтар, рентгенологтар, паллиатив ярҙам табибы, уролог ҡабул итә, рентген кабинеты, УЗИ, ФЭГДС, маммография кабинеттары бар. Көндөҙгө стационарҙа пациенттар белгестәр күҙәтеүе аҫтында дарыу терапияһын аласаҡ.

Онкология үҙәктәре селтәрен булдырыу — «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сараларының береһе. Ағымдағы йылда Нефтекамала һәм Октябрьскийҙа ла онкология үҙәктәре асыла, тип иҫкә төшөрҙөләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

http://www.bashinform.ru/news/1298190-v-kumertau-zarabotal-tsentr-ambulatornoy-onkologicheskoy-pomoshchi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть