Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Былтыр Ирек Ялалов — 6,4 миллион һум, уның коллегаһы Лилиә Ғүмәрова 4,8 миллион һум эшләгән

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзалары 2018 йыл өсөн килеме тураһында мәғлүмәттәр баҫтырып сығарҙы.

Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова 2018 йылда 4,8 миллион һум аҡса эшләгән. Уның милкендә — майҙаны 70 квадрат метрлыҡ фатир һәм «Тойота Хайлендер» автомобиле. Уның  тормош иптәше былтыр 965 мең һум алған. Ғаиләнең файҙаланыуҙа 126 һәм 130 квадрат метрлыҡ тағы ике фатиры бар .

Өфөнөң элекке мэры, хәҙер парламенттың юғары палата ағзаһы Ирек Ялалов 6,39 миллион һумлыҡ килеме тураһында мәғлүмәт биргән. Был 2017 йылға ҡарағанда 1,6 миллион һумға күберәк. Ирек Ялаловтың милкендә 114 квадрат метрлыҡ фатир, 59 һәм 146,5 квадрат метрлыҡ тағы ике фатирҙа өлөшө һәм машина урыны, ә хәләл ефетенең йорто (611 квадрат метр), шәхси торлаҡ төҙөү өсөн 2,4 мең квадрат метрлыҡ ер участкаһы, 146,5 квадрат метрлыҡ фатирҙа өлөшө, гаражы, туҡталҡа урыны һәм хужалыҡ ҡаралтылары бар. Бөтә ошо мөлкәт менән Ирек Ялалов та файҙалана. Toyota RAV 4 һәм Toyota Land Cruiser Prado 120 автомобилдәре ҡатыны исеменә яҙылған.

http://www.bashinform.ru/news/1297935-irek-yalalov-zarabotal-v-proshlom-godu-6-4-mln-rubley-ego-kollega-liliya-gumerova-4-8-mln-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть