Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.60 ↓

19 июль, Йома

Уфа   °

Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына: «Мин һеҙҙән бейеп күрһәтергә түгел, ә соҡорҙарҙы ямауығыҙҙы һорайым»

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина.

Башҡортостанда соҡорҙарҙы ямау буйынса төп эштәрҙе 15 июнгә тиклем тамамлау күҙаллана, шул иҫәптән ихаталарҙа.Төбәктең барлыҡ предприятиелары эштең сәнәғәт күләменә сыҡты. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, йыл башынан төбәктә 90 меңгә яҡын, шул иҫәптән апрелдә 73 626 соҡор бөтөрөлгән.

«Дөйөм алғанда, райондар буйынса эш билдәләнгән графикка ярашлы бара. Белорет, Борай, Әлшәй, Мәләүез райондарын ыңғай миҫал итеп килтерергә мөмкин. Ҡала округтары буйынса соҡорҙарҙы ямау эштәре буйынса етерлек динамика теркәлмәй, графикта ике генә ҡала, был айҙа Межгорье һәм Ағиҙел, Өфө, Салауат, Нефтекама һәм Күмертау буйынса 30% күрһәткесенә өлгәшелмәгән. Ҡала хакимиәттәренә был эште көсәйтергә тәҡдим итәбеҙ», — тине ведомство етәксеһе.

«Юл эксперты» ҡушымтаһы 10 меңләгән ғаризаға һан ҡуйып сыҡҡан да инде, 3 меңдән ашыу мөрәжәғәт эшкәртелгән, тип өҫтәне ул.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡушымтаның эшләүен, ләкин ваҡыты-ваҡыты менән өҙөклөктәр булыуын билдәләне. Шуға күрә ул уны эшләп бөтөрөргә ҡушты.

Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Кирәев йорт ихаталарында соҡорҙарҙы ямау тураһында һөйләне. Уның һүҙҙәренсә, «Юл эксперты» мәғлүмәт системаһына 2990 ғариза индерелгән (уҙған аҙнала — 450), шуның 290-ы үтәлгән, 1728 — башҡарылыу өҫтөндә, 231-е тап килмәү сәбәпле ҡабул ителмәгән. Ихаталар буйлап йөрөгән ваҡытта 14 мең 185 соҡор асыҡланған, шуларҙан 276 соҡор бөтөрөлгән.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, һәр муниципалитеттың үҙенең өлгәшергә тейешле күрһәткесен аңлауы мөһим.

«Хөрмәтле коллегалар, муниципалитет башлыҡтары, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан ебәрелгән графикты үтәргә кәрәк. Әгәр һеҙгә бының өсөн нимәлер етмәй икән, әйтегеҙ, ярҙам итербеҙ. Һеҙ минең нимә тураһында һөйләгәнемде тулыһынса аңлап етмәйһегеҙ тигән тойғо тыуа. Тимур Мөхәмәтйәновтан килгән соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса һандар үтәлергә тейеш. Был республиканың власть органы. Мине ишетеүегеҙҙе һорайым, киләһе дүшәмбелә мин һеҙҙең иғтибар менән тыңлауығыҙҙы һәм эштәрҙе башҡарыуығыҙҙы күрергә тейешмен. Мин һеҙҙән бейеп күрһәтергә түгел, ә соҡорҙарҙы ямауығыҙҙы һорайым. Һеҙ үҙегеҙ быға юл ҡуйғанһығыҙ. Башҡаса ошо мәсьәләгә кире ҡайтмаҫлыҡ булһын», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Михаил Кирәевҡа шулай уҡ ихаталарҙа соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса графикты муниципалитет башлыҡтарына еткереү бурысы йөкмәтелде. Улар аҙна һайын башҡарылған эш тураһында отчет бирергә тейеш.

http://www.bashinform.ru/news/1297869-radiy-khabirov-glavam-munitsipalitetov-ya-vas-ne-tantsevat-proshu-a-yamy-zadelyvat/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть