Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.60 ↓

19 июль, Йома

Уфа   °

Илдар Абдразаҡовтың «Аттила»һы Башҡорт операһы тарихында иң күләмле спектакль була

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

27-28 апрелдә һәм 4-5 майҙа Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Дж. Вердиҙың «Аттила» операһының премьераһы була. «Аттила» операһы — ике тапҡыр «Грэмми» эйәһе, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡовтың тәүге режиссерлыҡ эше. Артисты донъяның опера сәхнәһендә Аттиланы кәүҙәләндереү һаны буйынса рекордсы тип әйтергә мөмкин. Төп партияны башҡарыусы Илдар Абдразаҡов ҡатнашлығындағы опералар Нью-Йоркта, Римдә, Барселонала, Монте-Карлола, Санкт-Петербургта, Астанала ҡуйылды. 2018 йылда Ла Скала опера миҙгелен Вердиҙың «Атилла»һы менән асты, төп партияны йәнә Илдар Абдразаҡов башҡарҙы.

Премьераның тәүге көнөндә һәм 5 майҙа төп ролде — Илдар Абдразаҡов, икенсеһендә — Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов, өсөнсөһөндә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов башҡара.

Режиссер уйынса, операла шул дәүерҙең күргәҙмә-көнкүреш мөхите тыуҙырыла, декорацияларҙа һәм геройҙарҙың образында уның колориты сағыла. Мөһим атрибуттар — алтын, хайуан тиреләре, хәрби артефакттар, шулай уҡ поход, көнкүреш, байрам кейем-һалымы. Опера өсөн 400-ҙән ашыу костюм тегелгән, театр оҫталары уларҙы ҡул менән биҙәгән. Әлеге ваҡытта Дж. Вердиҙың «Аттила»һы Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарихында иң күләмле опера булмаҡсы.

«Миңә режиссер булып сығыш яһарға нимә этәргес бирҙе һуң? Тәү сиратта, атайым Әмир Ғәбделмән улы Абдразаҡов — режиссер. Был спектаклде атайыма бағышлау тип әйтергә лә мөмкин. Быйыл ул үҙенең 85 йәшлек билдәләр ине. Ҡәҙерле тамашасыларым өсөн үҙемсә интерпретация эшләгем килде. Өҫтәүенә башҡорттар — күсмә халыҡ. Башҡорт ырыуы ниндәйҙер мәлдә Аттила ырыуына ҡушылды, һәм улар бергәләп Миланға барып етте. Бөтә тарихи параллелдәргә төшөнгәс, «Аттила»ны туған театрымда ҡуйырға теләгәнемде тулыһынса аңланым», – тине Илдар Абдразаҡов.

Музыкаль етәксе һәм ҡуйыусы дирижер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, «Алтын битлек» театр премияһы лауреаты Артём Макаров. Ҡуйыусы рәссам – Иван Складчиков (Мәскәү). Ҡуйыусы хореограф – Ҡабарҙа-Балҡар Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ирина Филиппова. Ҡуйыусы-хормейстер – халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Александр Алексеев. Яҡтылыҡ рәссамы – Ирина Вторникова.

http://www.bashinform.ru/news/1297823-attila-ildara-abdrazakova-stanet-samym-masshtabnym-spektaklem-v-istorii-bashkirskoy-opery/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть