Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.60 ↓

19 июль, Йома

Уфа   °

Липецк эргәһендә Башҡортостан һалдатының ғүмере өҙөлгән

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Липецк эргәһендәге хәрби аэродром биләмәһендә 14 апрелдә таңғы сәғәт 6 тирәһендә Башҡортостандан саҡырылған 22 йәшлек һалдат һәләк булған. GOROD48 порталы хәбәр итеүенсә, яҡынса фаразға ярашлы, ул АКС автоматынан үҙенә бер нисә тапҡыр атҡан.

«Башинформ» агентлығы Рәсәй Федерацияһы Тәфтиш комитетының баш хәрби тәфтиш идаралығына комментарий һорап мөрәжәғәт итте. Ведомство вәкиле был мәғлүмәткә аңлатма бирмәне. Мәғлүмәт агентлығы ведомствоға яҙма һорау ебәрҙе.

Алдан хәбәр ителгәнсә, 7 апрелдә Приморье крайында минанан яҡшырлап таҙартылмаған яланда Башҡортостан һалдатының ғүмере өҙөлдө.

http://www.bashinform.ru/news/1297920-pod-lipekom-pogib-soldat-srochnik-iz-bashkirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть