Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Нефтекама һәм Межгорье ҡалаларында яңы хакимиәт башлыҡтары тәғәйенләнде

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Башҡортостанда Межгорье ҡалаһы башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп Илья Терехов тәғәйенләнде. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

«Элекке башлыҡ [Виктор Панченко] үҙ теләге менән отставкаға китте. Ҡала Советында уның элекке секретары Илья Тереховты тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул ителде», — тип аңлатты Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Виктор Панченко «Вазифа хоҡуҡтарын артыҡ файҙаланыу» статьяһы буйынса енәйәт эше фигуранты булды.

Шулай уҡ Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһына ҡала Советы депутаттары 30 йәшлек Ратмир Мәүлиевты раҫланы. Мартта ул Нефтекама мэры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнгәйне.

Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһына Александр Шельдяевты тәғәйенләне. Быға тиклем ул Башҡортостан Хөкүмәте Аппаратының иҡтисади үҫеш департаменты директоры булып эшләне.

http://www.bashinform.ru/news/1297734-v-bashkirii-naznacheny-novye-glavy-administratsiy-gorodov-neftekamsk-i-mezhgore/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть