Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.60 ↓

19 июль, Йома

Уфа   °

Пенза өлкәһендәге юл фажиғәһендә биш яҡташыбыҙ һәләк булған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Пенза өлкәһендәге юл фажиғәһендә биш яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлгән.

15 апрелдә төндә Пенза өлкәһенең Мокшан районында «М5-Урал» автомобиль юлының 590-сы саҡрымында «МАЗ» һәм «Лада Ларгус» бәрелешкән. Еңел автомобиль водителе һәм уның пассажирҙары һәләк булған.

Яҡынса мәғлүмәт буйынса, улар —  эшкә китеп барған Сибай, Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары кешеләре. Әлеге ваҡытта мәрхүмдәрҙең кәүҙәләре Пенза өлкәһе моргында.

Оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уларҙың туғандары менән бәйләнешкә инергә һәм тейешле ярҙам күрһәтергә, автобус һәм оҙатып барыуҙы ойошторорға ҡушты. Сибай башлығы Рөстәм Афзалов күрелгән саралар тураһында хәбәр итеп торорға тейеш.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Ивановаға һәләк булғандарҙың ғаиләләренә социаль ярҙам күрһәтеүҙе өйрәнеү бурысы йөкмәтелде.

http://www.bashinform.ru/news/1297745-pyat-zhiteley-bashkirii-pogibli-v-dtp-na-territorii-penzenskoy-oblasti/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть