Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

27-28 апрелдә Өфөлә Ҡөрьән уҡыусыларҙың төбәк-ара конкурсы уҙа. Уны Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты булышлығында «Хафиза» ҡатын-ҡыҙҙар йәмәғәт хәрәкәте ойоштора. Конкурста ҡатнашыуға гүзәл зат вәкилдәре, балалар ҙа, өлкәндәр ҙә саҡырыла.

Ҡөрьән уҡыусылар конкурсын тәүге тапҡыр 2011 йылда инициатив төркөм үткәрә. Уның географияһы йылдан-йыл киңәйә. Әйтәйек, 2018 йылда унда 212 кеше ҡатнашты, шуларҙың — 70-е балалар. Араларында Ырымбур, Пенза, Силәбе һәм Свердловск өлкәләре, Татарстан һәм Удмуртстан, Санкт-Петербург, шулай уҡ Башҡортостандың төрлө ҡала-райондары вәкилдәре бар ине.

Быйыл ҡатнашыусыларҙы һайлап алыу туры 27 апрелдә «Азимут» отелендә ойошторола. Шулай уҡ был көндә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн лекциялар һәм Ҡөрьәнде, тәжүитте өйрәткән уҡытыусыларҙың сығыштары менән оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Балалар төрлө викториналарҙа һәм оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала, йәрминкә ойошторола. Финал һәм бүләкләү тантанаһы 28 апрелдә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында була.

Конкурста ҡатнашыусыларға талаптар менән төркөмдә танышырға мөмкин. Ғаризалар 15 апрелгәсә ҡабул ителә.

http://www.bashinform.ru/news/1297639-v-ufe-proydet-mezhregionalnyy-konkurs-chtetsov-korana/

Теги: ислам
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть