Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.82 ↓

EUR 70.60 ↓

19 июль, Йома

Уфа   °

Эльвира Ҡарамышева «Мисс Рәсәй 2019» матурлыҡ конкурсында тәүге егерме һылыуҡай иҫәбенә инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

«Мисс Рәсәй 2019» матурлыҡ конкурсында Башҡортостан вәкиле Эльвира Ҡарамышева илдең 20 һылыуҡайы һәм интернетта тауыш биреү йомғаҡтары буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инде. Яҡташыбыҙ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» интеллектуаль турында ла еңеүсе тип танылды.

«Мисс Рәсәй 2019» исемен Ростов өлкәһенең Азов ҡалаһынан 20 йәшлек Алина Санько яуланы. Ул зиннәтле таштар һәм ынйы менән биҙәлгән аҡ алтын таж, шулай уҡ 3 миллион һум аҡсалата приз менән бүләкләнде, тип хәбәр итә РИА Новости.

Илдең беренсе һылыуҡайы Алина Санько һүрәт төшөрөү, һынлы сәнғәт, шиғриәт менән мауыға, сәйәхәт итергә ярата.

Беренсе вице-мисс тип Екатеринбургтан Арина Верина танылды. Икенсе вице-мисс исемен Татарстандан Ралина Арабова яуланы. Ике ҡыҙ ҙа донъяның теләһә ниндәй илендә уҡыу өсөн гранттар алды.

Тамашасылар тауыш биреүендә — Яҡутстандан Влада Потапова, ә «Халыҡ һайлауы» номинацияһында Тобольскиҙан Елена Пановикова еңде.

«Мисс Рәсәй 2019» «Мода» концепцияһына ярашлы уҙҙы. Ҡыҙҙар талантар, милли кейемдәр конкурсында һәм «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынында ҡатнашты, шулай уҡ һыу инеү кейемендә һәм киске күлдәктәрҙә подиумдан үтте.

Кисә ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылар алдында йырсы Сергей Лазарев сығыш яһаны. Быйыл ул Рәсәй исеменән «Евровидение» халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнаша.

«Мисс Рәсәй» гүзәллек конкурсы Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында уҙғарыла. Финалсылар илебеҙ исеменән «Мисс Донъя» һәм «Мисс Ғаләм» халыҡ-ара конкурстарында ҡатнашыу хоҡуғын ала.

http://www.bashinform.ru/news/1297527-elvira-karamysheva-iz-bashkirii-voshla-v-top-20-na-konkurse-krasoty-miss-rossiya-2019-/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть