Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60 ↓

EUR 72.62 ↑

24 август, Шәмбе

Уфа   °

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың күп тапҡыр өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

2018 йыл йомғаҡтары буйынса, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың күп тапҡыр өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды.

«Медиалогия» компанияһы әҙерләгән республика медиаресурстары рейтингында «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы беренсе урынды биләй. Өҙөмтә килтереү индексы — 671,26.

Икенсе урында — «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы (524,72)

Төбәктең иң яҡшы киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә өсөнсө урында — «Коммерсант-Башҡортостан» гәзите (259,49).

«Медиалогия» мәғлүмәттәренә ярашлы, иң яҡшы унау иҫәбенә шулай уҡ Proufu.ru, «Вся Уфа» телерадиокомпанияһы, Gorobzor.ru, Mkset.ru, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, Ufacitynews.ru һәм Ufa1.ru инде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылда ла «Башинформ» агентлығы Башҡортостандың медиаресурстары рейтингында алдынғылығын раҫланы һәм республиканың күп тапҡыр өҙөмтә килтерелгән 20 киң мәғлүмәт сараһы исемлегендә беренсе урынды алды.

http://www.bashinform.ru/news/1297556-agentstvo-bashinform-priznano-samym-tsitiruemym-smi-bashkirii-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть