Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.61 ↑

EUR 72.31 ↓

25 май, Шәмбе

Уфа   °

Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубының ике уйынсыһына республика наградаларын тапшырҙы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Салауат Юлаев» хоккей клубы командаһы менән осрашты һәм  миҙгел өсөн рәхмәт белдерҙе. Республика клубы, Көнсығыш конференцияһы финалында Омскиҙың «Авангард»ынан еңелеп, Континенталь хоккей лигаһының бронза миҙалдарын яуланы.

«Миҙгел өсөн һеҙгә рәхмәт әйткем килә, ул төрлө булһа ла, минеңсә, уңышлы үтте. Тәүҙә нисек ауыр барғанын хәтерләйбеҙ, ләкин республикаға, көйәрмәндәргә бүләк иткән финал — бөтә һүҙҙәрҙән дә юғары», — тине төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, «Салауат» өсөн иң төп ҡаҙаныш — команда менән көйәрмәндәрҙең берҙәмлеге.

«Плей-офф көндәрендә республика хоккей менән йәшәне. Беҙ ыңғай энергия алдыҡ һәм шуныһы мөһим: күптәр үҙҙәренә ышана башланы. Әгәр һеҙ еңеүҙе шулай тартып ала алдығыҙ икән, моғайын, беҙҙең дә берәй нимә килеп сығыр», — тип билдәләне республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

«Юлаевсылар»ҙың баш тренеры Николай Цулыгин төбәк етәксеһенең айырым рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды.

«Һеҙ коллективты нығыттығыҙ, берләштерҙегеҙ. Команда бер бөтөн булып уйнаны. Хәҙер бындай күренеш һирәк осрай. Беҙ үҙебеҙҙең йөкләмәләребеҙҙе үтәйбеҙ һәм киләсәккә ышаныс менән ҡарайбыҙ. Артабан да хоккейға булышлыҡ итербеҙ. Шуға күрә һеҙҙән һәйбәт күнекмәләр һәм яҡшы кәйеф менән — яңы миҙгелгә!», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы «Салауат Юлаев» ҡапҡасыһы Юха Метсолаға —Салауат Юлаев ордены, ә һөжүмсе Теему Хартикайненға «Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденын тапшырҙы. Команда Радий Хәбировҡа клуб уйынсыларының автографтары менән сәкән бүләк  итте.

http://www.bashinform.ru/news/1297052-radiy-khabirov-vruchil-dvum-igrokam-khk-salavat-yulaev-respublikanskie-nagrady/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть