Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.52 ↓

EUR 71.23 ↑

26 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә Полежаев пансионын емерҙеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Социаль селтәргә Өфөнөң иҫке таш биналарының береһен — Полежаев пансионын (1830 йылдарҙа һалынған) емереү фотоһы ҡуйылды. Быйыл ғинуарҙа Башҡортостандың Юғары суды һаҡлау статусын алыуға өлгәште — ҡомартҡы К.Маркс урамындағы судтың яңы корпусын төҙөү майҙансығында урынлашҡайны. Арбитраж үҙенең ҡарарын дәүләт һағына дөрөҫ ҡуймау һәм ғариза биреүсенең эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә хоҡуғын боҙоуы менән дәлилләне. Бынан һуң нигеҙе генә тороп ҡалған бина тиҙ арала һүтеп алынды.  

1876 йылда ҡала властары ошо йортта ярлы гимназистар өсөн приют асҡан. Ярлылар тураһында попечителдәр комитетының элекке рәйесе Петр Полежаев хөрмәтенә аталған. 1890 йылда Полежаев приюты ябылған, өй ҡарт-ҡороларға бирелгән. Һуңынан унда Бактериология институтының Пастеров станцияһы урынлашҡан. Ошонда уҡ тикшереүҙәр үткәрелгән һәм йоғошло сирҙәрҙән дауалау препараттары етештерелгән, ветеринария лабораторияһы эшләгән. Октябрь революцияһынан һуң өйҙә йәшәргә рөхсәт ителгән. Унан 2006 йылда ғына күсергәндәр.

http://www.bashinform.ru/news/1289611-v-ufe-snesen-polezhaevskiy-pansion/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть