Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров: Сибай карьерындағы төтөндөң төп сығанаҡтары һыу аҫтында ҡалды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты 469 метр билдәһен үтте һәм төтөндөң төп сығанаҡтары һыу аҫтында ҡалды тип белдерә. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Facebook селтәрендәге сәхифәһендә хәбәр итте.

«Образлы итеп әйткәндә, карьер эсендә — һыу менән ҡапланған домна мейесе, ул һыуынһын өсөн күпмелер ваҡыт кәрәк. Ҡалған күренештәрҙе, ябай ғына әйткәндә, парҙы, тағы 24 көн буйы күҙәтербеҙ әле, тип иҫәпләй Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты инженерҙары», — тип яҙҙы төбәк етәксеһе.

Һуңғы көндәрҙә һауала зарарлы матдәләр миҡдары кәмей, әгәр барыһы ла һәйбәт барһа, яҡын аҙналарҙа рөхсәт ителгән сикке дәүмәлдең артыу осраҡтары бөтөнләй кәмергә тейеш.

Әле Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ғәҙәти етештереү эшмәкәрлеген дауам итеү өсөн һыуҙы һурҙырып сығарыу эштәрен проектлауға тотонған.

«Ләкин быны проблеманың тулыһынса хәл ителгәнен, парҙың туҡтағанын аңлағас ҡына эшләргә мөмкин. Беҙ хәлде контролдә тотабыҙ, Сибайҙа һауа сафланыр», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ул Сибай халҡына тыныс һәм түҙемле булғандары өсөн рәхмәт әйтте.    

http://www.bashinform.ru/news/1289417-radiy-khabirov-osnovnye-ochagi-tleniya-v-sibayskom-karere-ostalis-pod-vodoy/

Теги: Сибай
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть