Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Республикала апрелдә ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда апрелдә төбәк һәм муниципаль-ара трассаларҙа ауыр йөк ташыған машиналарҙың хәрәкәте сикләнә. Яҙ һайын юлдарҙы һаҡлау өсөн ошондай саралар күрелә. Ауыр йөк тейәгән машиналар аҡса түләргә тейеш, ул Юл фондына ебәрелә.

Ваҡытлыса сикләү пассажир автобустарына, аҙыҡ-түлек, хайуандар, ҡотҡарыусылар, юл хеҙмәттәре, ауыл хужалығы техникаһын ташыуға ҡағылмай.

Шулай уҡ 1 июндән 31 авгусҡаса асфальт юлдарҙа ауыр йөк машиналары өсөн хәрәкәт сикләнә: ныҡ эҫелә япма йомшара. Һауа температураһы 32 градустан юғары күтәрелһә, ауыр йөк машиналары киске сәғәт 10-дан иртәнге 10-ға тиклем  йөрөй ала.

http://www.bashinform.ru/news/1289470-v-bashkirii-na-ves-aprel-ogranichat-dvizhenie-bolshegruzov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть