Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 32 248 һумға еткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ғинуарҙа Башҡортостанда ойошма хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ эш хаҡы 32 248 һумға еткән. Былтырғы менән сағыштырғанда был 7,3 процентҡа күберәк, тип хәбәр итә статистиктар.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, төбәк иҡтисадында эшләүселәрҙең уртаса һаны, 2018 йылдың ғинуары менән сағыштырғанда, бер аҙ артып, 1,090 миллион кешенән ашҡан.

Ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда иң юғары эш хаҡын кокс һәм нефть продукттарын етештереүселәр ала — уртаса 68 497 һум.

Файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу өлкәһе эшселәренең уртаса хеҙмәт хаҡы быйыл ғинуарҙа 57 724 һумға еткән.

Шартлы «эш хаҡы» рейтингында өсөнсө урында химия сәнәғәте эшселәре килә — 48 925 һум.

Республикала иң түбән хеҙмәт хаҡы тире эшкәртеү һәм күн әйберҙәр етештереү менән мәшғүлдәрҙә — уртаса 13 500 һум.

Йыһаз яһаусыларҙың да эш хаҡы ғинуарҙа ул тиклем күп түгел — 13 797 һум.

Кейем-һалым тегеү өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы — 16 584 һум, тип йомғаҡ яһаны статистиктар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2018 йылдың ғинуар-декабрендә республикала уртаса хеҙмәт хаҡы 33 017 һум тәшкил иткән. Был 2017 йылға ҡарағанда 8,7 процентҡа күберәк.

http://www.bashinform.ru/news/1289436-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-vyrosla-do-32-248-rubley/

Теги: эш хаҡы
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть