Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә тематик аллеялар һәм скверҙар булдырыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Өфөлә «Йәшел Башҡортостан» программаһы буйынса тематик аллеялар һәм скверҙар булдырыла. Өфө мэры Өлфәт Мостафин 26 марттағы оператив кәңәшмәлә ошондай йөкләмә бирҙе.

Ике аҙна дауамында йәмәғәт биләмәләрендә һәм ихаталарҙа ағас ултыртыу урындары билдәләнергә тейеш. Социаль селтәрҙәрҙә аллея исемдәренең варианттары менән халыҡтан һорау алыу үткәреү күҙаллана.

«Буш ерҙәрҙе тултырырға һәм исемдәр бирергә — Дуҫлыҡ, Мөхәббәт аллеялары һәм башҡалар. Бер үк ваҡытта 50-200 ағас ултыртырға кәрәк. Һуңынан ошо аллеяларҙы төҙөкләндерербеҙ — юлдар һалырбыҙ, эскәмйәләр ҡуйырбыҙ. Ҡала халҡы өсөн ял итеү урындары булыр», — тине Өлфәт Мостафин.

«Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы»нда әйтеүҙәренсә, урман питомниктарында ҙур үҫемлектәрҙең 40-лаған төрө, шулай уҡ ағас ултыртыу өсөн соҡор ҡаҙыу машиналары бар.

http://www.bashinform.ru/news/1289362-v-ufe-vysadyat-tematicheskie-allei-i-skvery/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть