Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.81 ↓

EUR 70.67 ↑

17 июль, Шаршамбы

Уфа   °

Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының яңы поликлиникаһын төҙөү 2,1 миллиард һумға төшә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/.

«Төҙөлөш сәғәте» кәңәшмәһендә Өфөлә Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы консультация поликлиникаһының яңы корпусын төҙөү проекты менән таныштырҙылар. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин әлеге бинаның 1960 йылдарҙа һалыныуын, ул саҡта унда ятаҡ булыуын билдәләне. Көн һайын 75 табип ҡабул итә, уларға 1200-ҙән ашыу пациент килә.

«Бина ныҡ иҫкергән, заманса санитар-эпидемилогик талаптарға тап килмәй, пациенттар өсөн лифттар юҡ. Сменаһына 1500 кешене ҡабул итеүгә иҫәпләнгән яңы корпус төҙөргә кәрәк», — тине Забелин.

Бинаның проекты килешелгән. Төҙөлөш 2,1 миллиард һумға төшә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ағымдағы йылда поликлиниканың яңы корпусын һала башларға ҡушты. Ләкин төҙөлөш ваҡытында пациенттар ағымын бүлеү мәсьәләһен иҫәпкә алыуҙы һораны, сөнки бында тотош республика халҡы хеҙмәтләндерелә.

http://www.bashinform.ru/news/1289358-v-ufe-stroitelstvo-novoy-polikliniki-rkb-im-kuvatova-oboydetsya-v-2-1-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть