Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Бөтә донъя фольклориадаһы Өфөлә 80-дән ашыу ил вәкилдәрен йыя

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2020 йылда Өфөлә Бөтә донъя фольклориадаһында 80-дән ашыу дәүләт вәкилдәре ҡатнаша. Был хаҡта ТАСС Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенкоға һылтанып хәбәр итә.

«Киләһе йылда беҙ Бөтә донъя фольклориадаһын ҡабул итәбеҙ. Ошо халыҡ-ара мәҙәниәт фестиваленә 80-дән ашыу дәүләттән ҡатнашыусылар килә. Ул Башҡортостанда ойошторола. Бындай саралар бөгөн мәҙәниәтебеҙҙең байлығын бөтә донъяға күрһәтеүҙән тыш, мөмкин булғанса күберәк сит ил фекерҙәштәрен  йәлеп итергә мөмкинлек бирә», — тине Валентина Матвиенко V Халыҡ-ара гуманитар Ливадия форумын ойоштороу комитеты ултырышында.

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2017 йылдың июнендә 2020 йылда Өфөлә VI Бөтә донъя фольклориадаһын уҙғарыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Дүрт йылға бер тапҡыр ойошторолған сара кешелектең мәҙәни мираҫының күп төрлө булыуын күрһәтеүгә һәм уны һаҡлауға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Ошондай тәүге фестиваль 1996 йылда Нидерландта үтте, һуңынан уны Япония, Венгрия, Ҡытай, Көньяҡ Корея һәм Мексика ҡабул итте.

http://www.bashinform.ru/news/1289336-vsemirnaya-folkloriada-soberet-v-ufe-predstaviteley-bolee-80-stran/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть