Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↑

EUR 71.71 ↑

25 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан автомобилдәр һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 26 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

2019 йылдың 1 ғинуарына Рәсәй Федерацияһы биләмәһендә 43 миллион 526 мең еңел автомобиль иҫәпләнә. «Автостат» агентлығы ошондай мәғлүмәттәр килтерә.

Уларҙың күбеһе – Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә. Был төбәктәрҙә ЮХХДИ-на иҫәпкә ҡуйылған автомобилдәр һаны – 3 миллион 687 мең дана һәм 2 миллион 710 мең дана. Шуға ярашлы, суммала дөйөм Рәсәй паркынан 15% самаһы тәшкил итә.

Өсөнсө урында — Краснодар крайы (1 миллион 851 мең дана, өлөшө – 4,3%), унан һуң Санкт-Петербург тора (1 миллион 747 мең автомобиль, 4%).

Артабан ҙур төбәк парктары рейтингында Ростов (1 миллион 320,1 мең машина) һәм Свердловск (1 миллион 316 мең машина) өлкәләре килә, уларҙың һәр береһенең өлөшөнә 3% тура килә, Татарстан (1 миллион 246,3 мең), Башҡортостан (1 миллион 228,6 мең автомобиль), Силәбе (1 миллион 96,1 мең дана) һәм Һамар (1 миллион 42,2 мең дана) өлкәләре.

Башҡа төбәктәрҙең парктар күләме 1 миллион еңел автомобилдән аҙыраҡ тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1289342-bashkiriya-voshla-v-chislo-liderov-po-kolichestvu-avtomobiley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть